Ладан – экзотик үҫемлектең киптерелгән сайыры. Уны яндырғанда хуш еҫле төтөн таралған.
Luke.1.5; Luke.2.4-Luke.2.7; John.7.42
Jer.23.5; Num.24.17
2Sam.5.2; Mic.5.2
Exod.30.23; Song.3.6; Isa.60.6; John.19.39
Gen.20.6
Hos.11.1; Matt.1.22
Matt.27.9
Jer.31.15
Luke.1.26; Luke.2.39; John.1.45

Инеш һүҙ

Ҡәҙерле уҡыусы!

Һин ҡулыңа алған был китап – Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе. Яңы Ғәһедтән һәм Иҫке Ғәһедтән торған Изге Яҙма, йәғни Библия ер йөҙөндәге иң уҡымлы китаптарҙың береһе.
Яңы Ғәһедтең төп эстәлеге – Ғайса Мәсих тураһында бәйән ителгән Һөйөнөслө Хәбәр. Грек телендәге «һөйөнөслө хәбәр» – «эуангелион» беҙгә ғәрәп теле аша «Инжил» формаһында килеп еткән. Шуға күрә Яңы Ғәһедте йыш ҡына Инжил, йәғни Һөйөнөслө Хәбәр тип йөрөтәләр.
Инжил үҙ эсенә 27 әҫәрҙе: дүрт «Һөйөнөслө Хәбәр» китабын, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н, Ғайса Мәсихтең юлынан барыусы шәкерттәрҙең 21 хатын һәм «Асылыш» китабын алған.
Инжилдең тәүге дүрт китабында Ғайса Мәсихтең шәкерттәре Матфей, Марк, Лука һәм Яхъя Ғайсаның ерҙәге тормошо, башҡарған хеҙмәте, өйрәтеүҙәре һәм күрһәткән мөғжизәләре, Үҙен ҡорбан итеп, кешелекте ҡотҡарыу өсөн үлеүе һәм үлгәндән һуң терелеп тороуын бәйән итә.
«Илселәрҙең ғәмәлдәре» китабында иһә кешеләрҙең Ғайса Мәсихкә булған ышаныстарының ни рәүешле бөтә донъяға тарала башлауы тәфсирләнә. Ул илсе итеп ебәргән шәкерттәр, һис ниндәй ауырлыҡтарға, хәүеф-хәтәргә ҡарамайынса, Уның хаҡында шаһитлыҡ ҡылып йөрөгәндәр. Был китап шулай уҡ христианлыҡтың тәүге йылдарын күҙ алдына баҫтырыуы менән дә тарихи ҡиммәткә эйә.
Павел, Петр, Яхъя һәм башҡа илселәрҙең 21 хат-хәбәре лә китапта ҙур урын биләй. Һәр хат имандаштар берҙәмлектәренә йә тәғәйен кешеләргә төбәп яҙылған һәм һәр береһендә мәсихселәрҙең тормошо һүрәтләнә, уларҙың тотҡан имандары тураһында һөйләнелә, Алла хаҡында өйрәтелә, шулай уҡ кәңәштәр һәм нәсихәттәр бирелә.
Һуңғы «Асылыш» китабы йөкмәткеһе буйынса пәйғәмбәрлек итеүгә ҡоролған. Был китап ябай ғына түгел. Унда һәр төрлө образдар бик күп. Улар аша кешелек тарихында Алланың тотҡан урыны асыла, Уның был донъяны хөкөм итеүе һәм урынына «яңы күк һәм яңы ер» тип аталған мәңгелек донъя килеүе хәбәр ителә.
Инжил боронғо грек телендә ике мең йыл тирәһе элек барлыҡҡа килгән һәм уны күп тапҡырҙар ҡулдан күсереп яҙғандар. Шул сәбәпле ҡулъяҙмаларҙың төрлө нөсхәләрендә төрлөсә яҙылған урындар осрай. Әммә уларҙың әһәмиәте әҙ һәм бүтән боронғо яҙмаларға ҡарағанда улар Инжил өсөн күп түгел. Тәржемә өҫтөндә эшләгәндә беҙ мөмкин тиклем иң боронғо һәм абруйлы ҡулъяҙмаларға таянырға тырыштыҡ. Шуға күрә, ҡайһы бер урындар рус телендәге тәржемәләрҙән айырыла. Был урындар төшөрмәләрҙә күрһәтелде.
Китаптың аҙағында тәржемәлә осраған, аңлатып китеү кәрәк булған мөһим һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәргә аңлатма бирелгән һүҙлек индерелде. Шулай уҡ Палестинаның һәм Инжил заманындағы Яҡын Көнсығышта ваҡиғалар булып уҙған ерҙәрҙең карталары бар.
Инжил тәүләп донъя күргән мәленән алып меңдән ашыу телгә тәржемә ителгән, хәҙер улар иҫәбенә башҡорт теле лә өҫтәлде. Тәржемә эшендә филология һәм дин белгестәре, яҙыусылар һәм мөхәррирҙәр ихлас ҡатнашты. Китаптарҙың бер өлөшөн, атап әйткәндә Матфей, Марк, Яхъя бәйән иткән «Һөйөнөслө Хәбәр»ҙәрҙе, «Илселәрҙең ғәмәлдәре»н һәм бер нисә хатты билдәле башҡорт яҙыусыһы Әхиәр Хәким тәржемә итте. Йыйынтыҡҡа ингән бүтән әҫәрҙәрҙе тәржемә итеү һәм уларҙы китапҡа әҙерләүҙә шулай уҡ Илгизәр Бураҡаев менән Гөлнара Мостафина ҙур көс һалды.
Изге Яҙманы тәржемә итеү институты тәржемәселәргә, мөхәррирҙәргә, шулай уҡ Инжилде башҡорт телендә донъяға сығарыуҙа ҡатнашҡан барыһына ла оло рәхмәтен белдерә.
Изге Яҙманы тәржемә итеү институты


Матфей бәйән иткән Һөйөнөслө Хәбәр



башҡорт теле
http://ibt.org.ru/bible
Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе.


Copyrighted: © Muxaddes Kitaptı awdarıw institutı, 2005, 2009, 2013

Институт перевода Библии
Институт перевода Библии, 101000 Москва, Главпочтамт, а/я 360
ibt_inform@ibt.org.ru
назад
закрыть
:

Аҡыл эйәләренең килеүе

1 Ғайса, Ирод батша идара иткән ваҡытта, Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында тыуҙы. Ошо ваҡытта көнсығыштан Иерусалимға аҡыл эйәләре килде.
2Йәһүдтәрҙең яңы тыуған Батшаһы ҡайҙа? – тип һораны улар. – Беҙ, көнсығышта Уның йондоҙо ҡалҡҡанын күрҙек тә, Уға сәждә ҡылып хөрмәт күрһәтергә килдек.
3 Был хаҡта ишеткәс, Ирод батша һәм уның менән бергә бөтөн Иерусалим халҡы хафаға ҡалды.
4 Ул, халыҡтың бөтә баш руханиҙарын һәм ҡанун белгестәрен йыйып алып, уларҙан Мәсихтең ҡайҙа тыуырға тейешлеген һораны.
5 – Йәһүҙиә ерендәге Вифлеем ҡалаһында, – тине улар. – Сөнки пәйғәмбәр аша Алла былай тигән:
6 «Эй, Йәһүҙиәләге Вифлеем,
һин Йәһүҙә хакимдары араһында
иң бәләкәсе түгел,
сөнки һинән Юлбашсы сығасаҡ.
Ул Минең Израиль халҡымдың Көтөүсеһе буласаҡ».
7 Шунан һуң Ирод, аҡыл эйәләрен йәшерен рәүештә саҡыртып алып, йондоҙҙоң теүәл ҡалҡҡан ваҡытын белеште,
8 уларҙы Вифлеемға ебәрҙе:
– Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Уны тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып уға сәждә ҡылайым.
9 Батшаны тыңлап, аҡыл эйәләре юлға сыҡты. Ә улар көнсығышта күргән йондоҙ алдарынан барҙы һәм Бала булған урын өҫтөндә туҡтаны.
10 Йондоҙҙо күреп, аҡыл эйәләренең ҡыуанысының сиге булманы.
11 Өйгә ингәс, Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙеләр. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.
12 Төштәрендә, Ирод янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.

Мысырға ҡасыу

13 Улар китеү менән, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде.
– Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да, Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда ҡал, сөнки Ирод, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.
14 Йософ тороп, Бала менән Уның әсәһен алды ла, төн йөҙөндә Мысырға юлланды.
15 Ирод үлгәнгә тиклем ул шунда ҡалды. Был иһә Раббының пәйғәмбәр аша: «Мин Улымды Мысырҙан саҡырып алдым», – тигәне ғәмәлгә ашһын өсөн булды.

Сабыйҙарҙы үлтертеү

16 Ирод, үҙенең аҡыл эйәләре тарафынан алданғанын аңлап, бик ныҡ ярһыны. Ул, аҡыл эйәләренең һүҙе буйынса Баланың йәшен билдәләп, Вифлеемдағы һәм уның тирәһендәге ике йәшкә тиклемге бөтә ир балаларҙы үлтерергә үҙенең кешеләрен ебәрҙе.
17 Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр шулай ғәмәлгә ашты:
18 «Рама ҡалаһында көслө тауыш –
илау һәм һыҡтау тауышы ишетелә.
Балаларын йәлләп Рәхилә илай,
йыуанырға теләмәй,
сөнки улар юҡтар инде».

Мысырҙан ҡайтыу

19 Ирод үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:
20 – Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Израиль еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.
21 Йософ торҙо ла, Бала менән Уның әсәһен алып, Израилгә ҡайтты.
22 Әммә, Йәһүҙиәлә Ирод урынында улы Архелай батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.23 Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.