BSK:1Cor.1.18; BSK:2Cor.2.15
BSK:Gal.6.14
BSK:2Cor.11.30; BSK:Gal.4.13
BSK:1Cor.4.20
BSK:2Cor.4.7; BSK:2Cor.6.7
BSK:Phil.3.15
BSK:Col.2.3
BSK:John.7.48; BSK:Acts.13.27
BSK:Isa.52.15; BSK:Isa.64.4; BSK:Isa.65.17
BSK:Matt.16.17; BSK:1John.2.20
BSK:Prov.20.27
BSK:Rom.8.15
BSK:2Cor.1.12; BSK:John.6.45
BSK:John.14.17; BSK:Rom.8.7
BSK:Isa.40.13; BSK:Rom.11.34

Павелдың Коринфтағы имандаштарға яҙған беренсе хаты



башҡорт теле
http://ibt.org.ru/bible
Инжилдең (Яңы Ғәһедтең) башҡорт теленә тәржемәһе.


Copyrighted: © Muxaddes Kitaptı awdarıw institutı, 2005, 2009, 2013

Институт перевода Библии
Институт перевода Библии, 101000 Москва, Главпочтамт, а/я 360
ibt_inform@ibt.org.ru
назад
закрыть
:

Арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсих тураһында шаһитлыҡ

1 Имандаштар, Алланың серен вәғәзләү өсөн янығыҙға килгәндә, мин матур һүҙҙәр һөйләргә һәм зирәклек күрһәтергә тип уйламаным.
2 Янығыҙҙа булғанымда Ғайса Мәсихтән, өҫтәүенә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуынан башҡа бер ни ҙә белмәҫкә ҡарар иттем.3 Һеҙгә мин көсһөҙ, баҙнатһыҙ һәм ҡурҡҡан хәлдә килдем.4-5 Иманығыҙ әҙәм зирәклегенә түгел, ә Алла ҡөҙрәтенә нигеҙләнһен өсөн, телмәрем дә, вәғәзләүем дә кеше аҡылының ышандырырлыҡ һүҙҙәренә түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәтен иҫбатлауға таянды.

Алла зирәклеге

6 Беҙ иһә зирәклекте рухи яҡтан өлгөрөп еткән иман тотоусылар араһында вәғәзләйбеҙ. Әммә ул был донъя аҡылы ла, был донъя хакимдарының аҡылы ла түгел – улар бөтөүгә табан бара.
7 Беҙ Алланың донъя яратылғансы уҡ даныбыҙ хаҡына билдәләнгән йәшерен, серле зирәклеге тураһында вәғәзләйбеҙ.8 Был донъялағы бер генә хаким да шул зирәклеккә төшөнмәгән. Әгәр уны аңлаһалар, шөһрәтле Раббыны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡламаҫтар ине.9 Әммә Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Үҙен яратыусыларға Алланың нимә әҙерләгәнен
бер күҙ ҙә күрмәгән,
бер ҡолаҡ та ишетмәгән һәм был турала
әҙәм күңеленә бер уй ҙа килмәгән».
10 Беҙгә иһә быларҙы Алла Үҙенең Рухы аша асып бирҙе, сөнки Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә.
11 Кешенең уйҙарын уның үҙендәге рухтан башҡа кем белә? Шуның кеүек үк Алла ниәттәрен дә Алла Рухынан башҡа бер кем дә белмәй.12 Беҙ иһә, Алланың беҙгә нимә бүләк иткәнен танып белеү өсөн, был донъя рухын түгел, ә Алланан килгән Рухты алдыҡ.13 Шуға ла был турала кеше зирәклеге өйрәткән һүҙҙәр менән түгел, ә Изге Рух өйрәткән һүҙҙәр менән әйтәбеҙ. Рухи булған нәмәләрҙе Алла Рухы өйрәткән һүҙҙәр менән аңлатабыҙ.14 Үҙендә Алла Рухы булмаған кеше Рух күрһәткәндәрҙе ҡабул итә алмай, сөнки уларҙы ахмаҡлыҡ тип һанай; аңлай алмай, сөнки былар тураһында Изге Рух ярҙамында ғына фекер йөрөтөргә мөмкин.15 Алла Рухына эйә булған кеше иһә бөтөн нәмә тураһында ла фекерләй ала, әммә уның үҙе тураһында бер кем дә фекер йөрөтә алмай.16 Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Раббыға кәңәш биреү өсөн
Уның аңына кем төшөнгән?»
Беҙ иһә Мәсих аңына эйәбеҙ, шуға күрә төшөнәбеҙ.